logo
МБУК
«Межпоселенческая клубная система»

муниципального района Аскинский район РБ
Башҡортостан республикаһы Асҡын районы
«Биләмә-ара клуб системаһы»

муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Республика Башкортостан, 452880, Аскинский район, ул. Пионерская, 7 | Башҡортостан Республикаһы, 452880, Асҡын ауылы, Пионер урамы, 7
e-mail: askino.kultura@mail.ru, Тел. (34771) 2-12-10, 2-13-97

Юбилей — это прекрасно

Сегодня свой прекрасный и замечательный 85 летний юбилей отмечает невероятно творческая личность, местная поэтесса Завия Галишановна Шарифьянова. Ее жизненный путь для многих является образцом подражания. Она — любимая мама и уважаемая бабушка-ненейка, прабабушка. Завия Галишановна, пусть Вас окружает всегда любовь и забота близких, здоровье будет крепким и жизнь только радует.

Буген, 12 июлдә, үҙенең күркәм юбилейын районыбызның шағирәһе Зәүиә Шәрифьянова билдәләй.

Уның тормош юлы күптәргә өлгө булып тора. Балаларына яратҡан әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләсәләренә хөрмәтле өләсәй ул. Оло йәштә булһа ла, гөрләтеп донъяһын көтә, ижат тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Уның һөйкөмлө йөҙөнән нурҙар бөркөлә, йылылыҡ ташып тора. Ә шиғырҙары кемдәрҙең генә күңелдәрен әсир итмәне икән!?  Балаларына күркәм тәрбиә биреп, уларҙы ла үҙ үрнәгендә тәрбиәләгән ул. Бүген уларға ҡыуанып, уңыштарына һөйөнөп йәшәй. Тормош булғас, төрлө саҡтары ла була, ауырлыҡтарҙы ла, ҡыйын ваҡыттарын кисерергә лә тура килә уға. Әммә ул бирешмәй, ғорур баҫып алға атлай. Киләсәктә лә шулай, яңанан-яңа ижад емештәрегеҙ менән кыуандырып, һаулыҡ-иҫәнлектә ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә, Зәүиә Галишан ҡыҙы.