Праздник гусиного пера (“Каз өмәсе”)
С наступлением холодов, поздно осенью в деревнях начинаются праздники гусиного пера -“Каз өмәсе”, со старинными обрядами, задушевными песнями и угощениями. В рамках муниципального этапа республиканского конкурса “Трезвое село-2024” такое прекрасное мероприятие прошло в деревне Амирово. В этот день в хозяйстве Вагаповых был настоящий праздник. Во дворе разыгралось целое представление. Мужчины забивали гусей, а под звук гармони женщины и девушки соревновались в мастерстве ощипа, шуток и исполнения песен.
Навесив на коромысла гусей, с песнями женщины пошли на родник Агалтдин, чтобы окунуть в ледяную воду тушки. А когда вернулись их ожидали вкусные блины, смазанные гусиным жиром и свежее гусиное мясо. Мероприятие также украсил своими песнями вокальный ансамбль “Төй буйҙары” (рук. – Газима Зайнтдинова).
Көҙ айҙары етеү менән ауылдарҙа күмәк эштәр башлана. Уңған хужабикәләр туғандарын, дуҫтарын йыйып, ҡаҙ өмәләре үткәрә. Әмир ауылында матур байрам “Ҡаҙ өмәһе” гөрләп уҙҙы. Был көндө Ваһаповтарҙың уңған ғаиләһе туғандарын, дуҫтарын күркәм өмәгә йыйҙы. Байрам боронғо йолабыҙҙың бөтә нескәлектәренә тура килтереп үткәрелде. Сарала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәисе Рима Нәбиуллина, Асҡын мәғлүмат үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова, ауылдың “Айыҡ ауыл” конкурсы кураторы, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығын вакытлыса етәкләүсе Гөлзифа Мөхәмәтдинова, ауыл биләмәһе хәҡимиәте башлығы Ринат Ғәләүетдинов ҡатнашты.
Йыр-бейеүҙәр, уйындар, шулай уҡ Әмир ауылының йөҙөк ҡашы булған “Төй буйҙары” вокаль ансамбле (етәксеһе – Газимә Зәйнтдинова) байрамға күркәмлек өҫтәне. Әһәлтдин шишмәһенә ҡаҙ сайкарға төшкән ҡатын-ҡыҙҙар йыр-моң менән күңелдәрҙе күтәрҙе. Ә инде шишмә буйынан ҡайтыуға уларҙы хужалар тарфынан мул итеп әҙерләнгән табын көтә ине.






