logo
МБУК
«Межпоселенческая клубная система»

муниципального района Аскинский район РБ
Башҡортостан республикаһы Асҡын районы
«Биләмә-ара клуб системаһы»

муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Республика Башкортостан, 452880, Аскинский район, ул. Пионерская, 7 | Башҡортостан Республикаһы, 452880, Асҡын ауылы, Пионер урамы, 7
e-mail: askino.kultura@mail.ru, Тел. (34771) 2-12-10, 2-13-97

300 йыллығын байрам итте Шишмә-Үрәкәй ауылы

Чишма-Уракаевцы отмечали 300-летие деревни. 11 июня школьный двор принимал своих выпускников. Праздничная программа включала поздравления, песни, танцы и приятные сюрпризы.

11 июнь шишмә-үрәкәйлеләр өсөн хәтерҙәрҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ көндәрҙең береһе булып иҫтәрендә ҡалды. Был көн ауыл өҫтө күңелле шау-шыуға күмелде, сөнки Шишмә-Үрәкәй үҙенең ситтә йәшәгән, оҙаҡ ваҡыттар осраша алмаған ауылдаштарын ҡабул итте, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” сараһы гөрләне. Йөрәктәрҙе елкендерерлек көйҙәр, йырҙар, дәртле бейеүҙәр, тәмле аш-һыуҙар, бөтәһе лә булды байрамда. Спорт һәм халыҡ уйындарында һәркем теләп ҡатнашты, бүләктәр отты. Күренекле яҡташтар тураһындағы стенд күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Шулай уҡ ауыл тарихы хаҡындағы мәғлүмәт бик фәһемле булды. Ә инде йыр-бейеү, дәртле көйҙәр йәшлек йылдарына алып кайтты. Сарала район Мәдәниәт йортоноң Автоклубы ҡатнашты.