Открытие родника в с. Кубиязы
1 июля в с. Кубиязы состоялась торжественная церемония открытия родника “Умрахиля”. На открытии присутствовали Ришат Миратович, глава Кубиязовского сельсовета и Рима Шамилевна, секретарь Совета района. Мероприятие собрало жителей села Кубиязы, и тех, кто уже давно покинули родной дом.
На свежем воздухе кубиязовцы приготовили вкусный плов и всех желающих угостили чаем из родниковой воды и вкусностями. Концертная программа была насыщенной и яркой, каждый хотел спеть, прочитать стихотворение или станцевать. Также были спортивные и народные игры, где все с удовольствием приняли участие.
1 июлдә Кубыяҙ ауылында “Өмрәхилә” шишмәһен асыу тантанаһы гөрләп уҙҙы. Күңелдәрҙе елкендергән моңло көйҙәр иртәнән үк яңғырап торҙо. Клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән матур һәм фәһемле сара ауыл халҡын, тыуған еренән ситтә ғүмер кисереп, әлеге байрамға ҡайтыусыларҙы йәшлек йылдарына алып китте. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылағас, таҫманы киҫеп, шишмәгә уҙып, уның тәмле һәм һалҡын һыуынан ауыҙ иттеләр. Күңелдәрҙе иләҫләндергән концерт номерҙары һәр кемдең баласағын иҫкә төшөрҙө, уйнап үҫкән һуҡмаҡтар буйлап атлатты. Хуш еҫе аңҡылып торған былауҙан, шишмә һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйенән теләге булған һәр кем ауыҙ итте. Спорт һәм халыҡ уйындарында ла йәше-ҡарты теләп ҡатнашты. Ошондай саралар халыҡты берләштерә, яҡынайта, тыуып-үҫкән еренә, төбәгенә һөйөү тәрбийәләй. Кубыяҙлылар был көндө оҙаҡ йылдар күрешмәгән ауылдаштары, тыуған-тыумасалары менән дә осрашты.