logo
МБУК
«Межпоселенческая клубная система»

муниципального района Аскинский район РБ

Открытие Года молодежи

11 апреля в районном Доме культуры состоялось торжественное открытие Года молодежи. На торжественное мероприятие были приглашены молодежь, которые трудятся в различных сферах нашего района и их руководители. Торжественное мероприятие началось с танцевальной композиции «Раут» (рук. Фируза Гайнанова). На мероприятии приняли участие Динис Юсупов, глава администрации района, Рима Набиуллина, секретарь совета района, члены районного курултая. Собравшихся тепло приветствовал Динис Юсупов, глава администрации района. Он поздравил всех с открытием Года молодежи, пожелал здоровья, новых достижений и побед. На торжественном мероприятии выступила также Файруза Юнусова, председатель Курултая башкир района. Она познакомила присутствующих в зале с планом мероприятий в рамках объявленного года, вручила дипломы победителям и призерам Международного конкурса «Урал батыр». Многие дети выходили на сцену в национальных костюмах.  Далее на сцену поднялись будущее нашего района, представители молодого поколения: культуры, здравоохранения, полиции, молодые предприниматели, образования, спортсмены, волонтеры, юнармейцы и поздравили их руководители.

В фойе работала выставка. На выставке можно было любоваться работами, выполненными в самых различных техниках: мыло ручной работы, вязаные изделия, спилы, поделки из дерева, из металла и тд.

Украшением праздника стала передача ключа семейного счастья. Семья Ялалтдиновых, которые прожили вместе 55 лет сказали напутственные слова и передали ключ молодой семьи Нурмиевых из с. Кашкино. Выступления чередовались с яркими концертными номерами.

 

11 апрелдә район Мәҙәниәт йортонда Йәштәр йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала Динис Йосопов, район хәкимиәте башлығы, Рима Нәбиуллина, район советы секретары, Фәйрүзә Юнысова, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе ҡатнашты. Сараны йәштәрсә дәртле бейеү менән “Раут” төркөмө асып ебәрҙе. Артабан алып барыусылар Гөлзифа Мөхәмәтдинова һәм Александр Белозеров тамашасыларҙы сәләмләне һәм байрамды асыу өсөн район хәкимиәте башлығы Динис Йосоповҡа һүҙ бирҙе. Динис Радис улы бөтәһен дә Йәштәр йылын асыу тантанаһы менән ихлас тәбрикләгәндән һуң, актив булған йәш ғәиләләрҙе билдәләп, ҡотлап үтте. Байрам барышында сәхнә түренә районыбыҙҙың төрлө өлкәләрендә эшләгән тырыш, уңған-булған йәштәре күтәрелде. Уларҙы етәкселәре тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәисе, районда Йәштәр йылын асыуҙы иғлан итеп, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында призлы урындарға һәм еңеүҙәргә ирешкән уҡыусыларға Дипломдар тапшырҙы. Уларға киләсәктә яңынан-яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар теләне. Шуны ла билдәләп үтәргә кәрәк, уҡыусыларҙың күбеһе сәхнә түренә милли кейемдәрҙә сыҡты. Был әлбиттә, телебеҙгә, еребеҙгә, халҡыбыҙға булған патриотлыҡ хисен сағылдырҙы.

55 йыл бергә ғүмер кисергән Ялалтдиновтар ғәиләһе үҙҙәренең тормош тәжрибәһенән сығып, йәштәргә киңәштәрен еткерҙе, бергәлектә татыу йәшәү серҙәрен әйтеп, Ҡашҡа ауылынан килгән йәш ғәилә Нурмиевтарға бәхетле ғәилә асҡысын тапшырҙы. Бөтәһе лә был миҙгелде көслө алҡыштарға күмде.

Сараның ахырында ер шарының йәштәр ҡулында булуын һәм йыр менән халыҡ күңеленә уны еткереү ваҡыты бөтәһе өсөн дә иң дулҡынландырғысы булғандыр.

Фойела ойошторолған күргәҙмәлә районыбыҙҙың уңған, тырыш оҫта ҡулдары тарафынан етештерелгән әйберҙәр урын алған ине. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Төлгөҙбаш ауылы коллективы ҡунаҡтарҙы сәк-сәк, ҡымыҙ менән ҡаршыланы. Күркәм сара күңелле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Йәштәр башҡарған сағыу бейеүҙәр, йырҙар, байрамдың биҙәге булды.