logo
МБУК
«Межпоселенческая клубная система»

муниципального района Аскинский район РБ

Матур һәм күңелле сарала ҡатнаштыҡ

Башҡалабыҙ Өфөлә уҙған “Китап байрамы” сиктәрендә ойошторолған “Ғаиләм — минең ҡәлғәм” Республика конкурсы күңелдәрҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. 24 майҙа үткәрелгән ошо күркәм сарала Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан һәм Ырынбур өлкәһенән дә ғаиләләр ҡатнашты. Беҙҙең Асҡын районынан Сәлимгәрәевтар ғаиләһе өсөнсө урынға лайык булды. Улар жюри ағзалары иғтибарына “Хазина” фольклор төркөмө (етәксеһе – Зәнилә Рыбина) менән берлектә “Бәпес ҡотлау” йолаһын тәҡдим итте. Бейеү коллективтары: “Раут” (етәксеһе – Фирүзә Ғәйнәнова), “Йәйғор” (етәксеһе – Эльвира Вәлиева) сағыу сығыштары менән йәм һәм йәнлелек өҫтәне. “Хазина” фольклор төркөмө йоланы матур итеп асып бирә алғаны, активлығы өсөн “Рәхмәт хаты” менән бүләкләнде.

Уңған, тырыш Земфира һәм Равил Сәлимгәрәевтар өс балаға ғүмер бүләк итеп матур тәрбиә бирә. Ғаилә башлығы Равил Марсель улы район Мәҙәниәт йортонда уңышлы эшләп йөрөй, ә Земфира Фәнғәт ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып хеҙмәт һала. Ә буш ваҡыттарында улар туған көндәр, юбилей мәжлестәре, туйҙар алып барыу менән мәшғүл. Был сарала улар ике ҡыҙы, әсәйҙәре Фәнизә апай, Равилдең бер туған апайы Дилбәр, уның улы Алмаз Ғәләүетдинов менән ҡатнашты. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, улар ысын-ысынында ижади ғаилә: Равил өҙҙөрөп курайҙа уйнаһа, Земфира матур итеп йырлай, Алмаз Ғәләүетдинов күңелдәрҙе елкендереп, оҫта итеп баянда һыҙҙыра. Ҡыҙҙары ла ата-әсәһенә ҡарап, йыр-бейеүгә тартыла, ә бәләкәй улдары әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Атанан күргән — уҡ юнған, тиҙәр, бәләкәс Радель дә киләсәктә өҙҙөрөп уйын ҡоралдарында уйнар әле.

Ошо сарала ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән Сәлимгәрәевтар ғаиләһен һәм барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, киләсәктә тағы ла  яңынан-яңы еңеүҙәр, ижади уңыштар теләйбеҙ!