logo
МБУК
«Межпоселенческая клубная система»

муниципального района Аскинский район РБ
Башҡортостан республикаһы Асҡын районы
«Биләмә-ара клуб системаһы»

муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Республика Башкортостан, 452880, Аскинский район, ул. Пионерская, 7 | Башҡортостан Республикаһы, 452880, Асҡын ауылы, Пионер урамы, 7
e-mail: askino.kultura@mail.ru, Тел. (34771) 2-12-10, 2-13-97

БСТ каналында “Бәхетнамә” программаһында ҡатнаштыҡ

“Башҡорт йолалары вариҫтары” халыҡ ижады фестивале ҡайҙа, нисек үтә, фестивальдә ҡатнашыу өсөн ниндәй шарттар бар, ни өсөн фестиваль тап Асҡында үтә? Ошо турала 5 сентябрҙә БСТ каналында “Бәхетнамә” программаһында әңгәмә булып үтте. Программала Республика халык ижады үҙәгенең фольклор буйынса төп белгесе Баймырҙина Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы менән Асҡын районының мәҙәнәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының ваҡытлыса етәксеһе Мөхәмәтдинова Гөлзифа Альбирт ҡыҙы ҡатнашты.

Напоминаем, открытый фестиваль народного творчества “Наследники башкирских традиций ” состоится 20 сентября 2024 года в районном Доме культуры. Конкурсы и площадки будут работать в течении всего дня и завершится все ярким Гала-концертом. Приглашаем всех желающих!