logo
МБУК
«Межпоселенческая клубная система»

муниципального района Аскинский район РБ
Башҡортостан республикаһы Асҡын районы
«Биләмә-ара клуб системаһы»

муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
Республика Башкортостан, 452880, Аскинский район, ул. Пионерская, 7 | Башҡортостан Республикаһы, 452880, Асҡын ауылы, Пионер урамы, 7
e-mail: askino.kultura@mail.ru, Тел. (34771) 2-12-10, 2-13-97

Шаулап-гөрләп уҙҙы ҡаҙ өмәһе

Поздней осенью в деревнях и селах проводится коллективная обработка гусиного мясо, пуха  и пера. В деревне Упканкуль, в рамках муниципального этапа республиканского конкурса “Трезвое село-2024” прошло народное обрядовое мероприятие “Каз өмәсе”. Фольклорный коллектив “Аулак өй” (рук. Зубарзят Аминева) и общественная организация “Ағинәйҙәр ҡоро” превратили мероприятие в большой праздник. Семья Галимовых с культорганизатором  Упканкулевского СДК Зубарзят Аминевой постарались показать все детали процесса гостям и всем присутствующим. Праздничное мероприятие стало доказательством сплоченности, добрых отношений между сельчанами и гостеприимности. Самым  красивым моментом народного праздника был, когда женщины и молодые девушки в национальных костюмах на коромыслах и с песнями несли тушки к озеру промыть их холодной водой. А к приходу их ждал ароматный бульон из гусиного мяса.

Хәҙерге вакытта ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа. Халҡыбыҙҙың боронғодан килгән гөрөф-ғәҙәттәре бүген дә ауылдарҙа һаҡланып килә. Уңган хужа һәм хужабикәләр тырышып үҫтергән ҡош-ҡорттарын эшкәртеү өсөн ауылдаштарын дәшеп, өмәләр ойоштора. Упҡанкүл ауылында Ғәлимовтар ғәиләһендә уҙған “Ҡаҙ өмәһе”ндә лә халҡыбыҙҙың гөрөф-ғәҙәттәре асыҡ сағылды. Әйе, эштең барлыҡ шарттарын үтәгәндә, үстергән малдың бәрәкәте лә була, бындай өмәләр ауылдаштар менән яҡындан арлашыу мөмкинлеге лә бирә, туғанлыҡ ептәрен дә нығыта. Сара йыр-моң, бейеү менән үрелеп барҙы. Хужаларҙың асыҡ йөҙҙәре, төрлө ризыҡтарҙан мул итеп әҙерләнгән табын күңелдәрҙе күтәрҙе, уларға карата тағы ла олораҡ хөрмәт уятты. Киләсәктә лә хужаларҙың ҡош-ҡорттары уңһын, тигән теләктәрен еткерҙе ауылдаштары. Сараны әҙерләп алып барыусы, ауыл клубы ойошторусыһы Зөбәржәт Әминева ла хужаларға оло рәхмәттәрен һәм изге теләктәрен белдерҙе.  «Аулаҡ өй» фольклор коллективы (етәксеһе — Зөбәржәт Әминева), шулай уҡ урындағы «Ағинәйҙәр ҡоро» өмәне йыр-моң менән биҙәне.