Ҡунаҡтар ҡаршыланыҡ
Бөгөн, 7 февраль көндө, Өфө “Нур” татар дәүләт театры “Яшәве – рәхәт” комедияһы менән Асҡын район Мәҙәниәт йортонда сығыш яһай. Район Мәҙәниәт йортоноң “Аҡ ҡалфаҡ” коллективы (етәксеһе – Ризидә Ғәлимова) ҡунаҡтарҙы ҡоймаҡ, кымыҙ, сәк-сәк һәм йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың аткаҙанған артисы Рида Фәхрисламова, бөтәһенә лә оло рәхмәтен белдерҙе. Ошолай йылы ҡаршы алғандары өсөн район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә изге теләктәрен еткерҙе.




